12:12 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Башҡортостан IV Көнсығыш иҡтисади форумында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика делегацияһы бөгөн, 11 сентябрҙә, Владивостокта асылған көнсығыш иҡтисади форумында ҡатнаша. 2015 йылда Рәсәй Президенты Указы менән менән булдырылған ошо майҙансыҡта донъя иҡтисады, төбәк интеграцияһы, сәнәғәттең яңы тармаҡтарын һәм технологияларҙы үҫтереүҙең төп мәсьәләләре тикшерелә.
Бөгөн Башҡортостан делегацияһы «Тау», «ФосАгро» компаниялары һәм Японияның Hitachi, Ltd конгломераты етәкселеге менән осраша, улар менән республика биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Форум саралары панель сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, теледебаттар, эшлекле иртәнге аштар һәм бизнес-диалогтар форматында уҙғарыла. Форум майҙансығында Рәсәйҙең Азия-Тымыҡ океан биләмәһендәге партнер илдәре вәкилдәре, шулай уҡ АСЕАН — әүҙем үҫешкән Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренең төп интеграция төркөмө вәкилдәре менән һөйләшеү була.
Ҡатнашыусылар Азия-Тымыҡ океан төбәгендә яңы геосәйәсәтте һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек үҫешен, Рәсәй, Көньяҡ Корея һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһының өс яҡлы килешеүен үҫтереүҙе, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта һанлы иҡтисадты һәм юғары технологиялы проекттарҙы тикшерә.
Быйыл форумда алты меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән, улар – 60-тан ашыу ил вәкилдәре. Сит ил ҡунаҡтары иҫәбендә — Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин, Япония Премьер-министры Синдзо Абэ, Монголия Президенты Халтмагийн Баттулга һәм Көньяҡ Корея Премьер-министры Ли Нак Ён.
Эшлекле программа һәм күргәҙмәләр тураһында мәғлүмәт менән Көнсығыш иҡтисади форумының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Көнсығыш иҡтисади форумында Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («ТАУ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең компаниялар төркөмөнә инә) араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде.
http://www.bashinform.ru/news/1209218-bashkiriya-predstavlena-na-iv-vostochnom-ekonomicheskom-forume/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика