11:45 (UTC+5), 10 Сентябрь 2018

Ғинуар-августа Башҡортостанда инфляция уртаса Рәсәй кимәленән түбәнерәк булған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуарҙан авгусҡа тиклем Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары 2,1 процентҡа артҡан. Был ил буйынса алып ҡарағанда аҙыраҡ — 2,4 процентҡа, әммә уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда күберәк (1 процентҡа), тиелә Башҡортостанстат мәғлүмәттәрендә.
Августа хаҡтар һиҙелерлек төшкән (0,01 процентҡа). Йәшелсә-емештең (8,8 процентҡа), айырыуса сөгөлдөр, кишер, помидор, ҡыярҙың (21-28 процентҡа) һәм картуфтың (19,4) миҙгелгә бәйле арзанайыуы хаҡтарҙың артыуын бер аҙ тотҡарлаған. Башҡа аҙыҡ-түлек 0,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлектең хаҡы бер айҙа 1,8 процентҡа артҡан.
Ризыҡ булмаған тауарҙар августа 2,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Айырыуса газ-мотор яғыулығына (8,5 процентҡа) һәм тәмәке изделиеларының айырым төрҙәренә (1,3-3,3) хаҡтар күтәрелгән.
Хеҙмәттәр өлкәһе лә бер айҙа 2,5 процентҡа артҡан. Ҡулланыусылар кредиты (7 процентҡа), балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр (4,4) ҡиммәтләнгән. Самолетта осоу (3 процентҡа) һәм таксиҙа йөрөү (1,3) ҙә ҡыйбатыраҡ.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ғинуар-август айҙарында инфляция уҙған йылдың декабренә ҡарата Мордовияла 1,5 проценттан алып Түбәнге Новгород өлкәһендә 3,1 процентҡа тиклем билдәләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1208843-inflyatsiya-v-bashkirii-v-yanvare-avguste-byla-nizhe-srednerossiyskoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика