08:55 (UTC+5), 07 Сентябрь 2018

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостан Стратегияһын хупланы

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын хупланы. Документ яуаплылыҡ тотҡан өлкәләр буйынса бөтә ҡыҙыҡһынған профилле федераль башҡарма власть органдары тарафынан яҡлау тапты. Атап әйткәндә, Стратегия-2030 Рәсәй Эске эштәр, Спорт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт, Төҙөлөш, Хеҙмәт министрлыҡтары, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән килешелде.
Стратегия өҫтөндә эште төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто. Төп стратегик документты әҙерләү менән республиканың башҡарма власть органдары ҡатнашлығында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы шөғөлләнде. Был процесҡа шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, ғилми берләшмәләр һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре иҫәбенән белгестәр йәлеп ителде.
Республика стратегияһы кешелек капиталы, реаль иҡтисад секторы, биләмәләрҙе һәм дәүләт идаралығын тигеҙ үҫтереү өлкәһендә саралар комплексын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Документтың төп маҡсаты – 2030 йылға төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүге 10 лидер-төбәк исемлегенә инеү. Бөгөнгө көнгә Стратегия Рәсәй Президентының 204-се «май» Указының маҡсатлы йүнәлештәре менән синхронлаштырылған. Республиканың бөтә дәүләт программаларын, тармаҡ стратегияларын, концепцияларҙы һәм юл карталарын Стратегия идеологияһына ҡайтанан йүнәлтеү буйынса эш алып барыла.
http://www.bashinform.ru/news/1206882-minekonomrazvitiya-rossii-odobrilo-strategiyu-bashkortostana-2030/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика