10:00 (UTC+5), 07 Сентября 2018

Өфө мэрияһында йылылыҡ өсөн факт буйынса түләүгә күсеүҙе ғәмәлдән сығарыу ихтималлығына аңлатма бирҙеләр

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө мэрияһында республика хөкүмәтенең йылытыу осоронда ғына йылылыҡ өсөн түләүгә күсеү тураһында ҡарарын ғәмәлдән сығарыу ихтималлығына аңлатма бирҙеләр.
Баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов фекеренсә, 1/8-гә күсеү ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар өсөн аныҡ ине.
«Икенсе яҡтан, йылылыҡ өсөн йыл дауамында түләргә өйрәнгәнлектән, ошо күсеү халыҡтың кеҫәһенә һуғыуын аңлайбыҙ. Эйе, июлдә йылылыҡ өсөн түләргә тура килмәй, уның ҡарауы, ноябрҙә, шартлы рәүештә, биш мең һум түләйбеҙ. Беҙҙә халыҡ төрлө ҡатламлы, шул иҫәптән яҡланмағандар, пенсионерҙар, һәм йылытыу осоронда икеләтә түләргә һәр кемдең дә хәленән килмәй. Әгәр беҙ йөкләмәне күсереү йәһәтенән ниндәйҙер саралар тапһаҡ, 1/12-не һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул ителер, моғайын. Мин йылылыҡ өсөн түләүҙең элекке, йәғни йыл дауамында түләү схемаһы һаҡланыр тип уйлайым», — тип белдерҙе йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһында Салауат Хөсәйенов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың 17 ҡала һәм районын йылылыҡ өсөн факт буйынса, йылытыу миҙгелендә генә түләүгә күсереү хаҡында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыу планлаштырыла.
Хөкүмәттең бынан алда ҡабул ителгән «2018 йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡулланыусыларҙың йылытыу буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ысулын раҫлау тураһында» ҡарарын ғәмәлдән сығарыу тураһында тейешле документ әле республика хөкүмәтендә ҡарала.
http://www.bashinform.ru/news/1206829-v-merii-ufy-prokommentirovali-vozmozhnuyu-otmenu-perekhoda-na-oplatu-tepla-po-faktu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика