06:50 (UTC+5), 07 Сентября 2018

Башҡортостанда халыҡтың банкка һалған аҡсаларын иҫәпләнеләр

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Милли банктың Башҡортостан буйынса Бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 авгусына халыҡтың кредит ойошмаларына һалған аҡсалары 376,3 миллиард һум тәшкил иткән. Ул июль башына ҡарағанда 1,3 миллиардҡа әҙерәк. Йыл башына үҫеш 103,2 процент тәшкил иткән.
Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса август башына физик шәхестәрҙең кредит ойошмаларына һалған аҡсалары 27 168,5 миллиард һумға еткән, ә 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 26 092,6 миллиард булған.
Башҡортостан биләмәһендә әле бөтәһе 896 банк бүлексәһе эшләй. Төбәк биләмәһендә эшләүсе банк бүлексәләре иҫәбе буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.
Халыҡтың банкка һалған аҡсалары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – дүртенсе, Рәсәйҙә 13-сө урында тора.
http://www.bashinform.ru/news/1207045-v-bashkirii-podschitali-vklady-naseleniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика