07:20 (UTC+5), 04 Сентябрь 2018

Киләһе уңыш өсөн баҡсаны нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәше

glav-dacha.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уңышты йыйып алғандан һуң тупраҡты яңыртыу тураһында уйланырға кәрәк. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре нисек быны органик (тиреҫ) һәм минераль ашламаларһыҙ – йәшел ашлама тип йөрөтөлгән сидерат үҫемлектәр ярҙамында эшләү буйынса кәңәштәр бирә. Ул – ужым арышы, бойҙайы, һолоһо, гәрсис, тиле шалҡан (сурепка), рапс, борсаҡ, әсе борсаҡ (люпин), ноҡот борсағы (фасоль), туҡранбаш (клевер).
«Уларҙы уңышты йыйып алғандан һуң сәсәләр. Үҫемлектәрҙең үҫеп, ҡыуаҡланып өлгөрөүе мөһим. Уларҙы сәскә атҡанға тиклем киҫеп, түтәлде ҡаҙмай ғына тупраҡҡа инделәр», — тип аңлатты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының етештереү буйынса директор урынбаҫары Ришат Багманов.
Ҡуҙаҡлы культуралар тупраҡты азот менән байыта, гәрсис үҫемлектәрҙең фитофтороз, ризоктониоз менән ауыуырыуын кәметә, ҡаты ҡортты ҡурҡыта. Ауырыу тыуҙырыусыларын шулай уҡ майлы шалҡан юҡ итә.
Сидераттарҙы яҙғыһын да, ҡышҡылыҡҡа ла сәсергә мөмкин, әммә уны «ял итәсәк» түтәлдәрҙә эшләү яҡшыраҡ була, тиҙәр тәжрибәле баҡсасылар. Емешле ағастар һәм ҡыуаҡтар аҫтында ярлы, ауыр һәм әсе тупраҡтарҙа ҡарабойҙай үҫтереү зарур.
http://www.bashinform.ru/news/1205297-kak-podgotovit-sad-dlya-sleduyushchego-urozhaya-sovety-ekspertov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика