Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Сентябрь 2018, 17:24

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу бәйләнешкә 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бер аҙнала йәки алданған өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш эшләй башлағандан алып 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған аҙнала республикала төҙөүсенең үҙ бурыстарын үтәмәүе сәбәпле хоҡуҡтары боҙолған өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асылды. Ул Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы базаһында эшләй. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-88-08.
«Ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратҡан өлөшсөләр йышыраҡ төҙөлөштөң ҡасан тамамланыуы тураһында һораны. Уларға объекттарҙа төҙөлөш эштәренең барышы, «юл карталары» һәм билдәләнгән саралар тураһында аңлатмалар бирелде. Бынан тыш, граждандарға зыян күргәндәр реестрына инеү процедураһы хаҡында һөйләнеләр», — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
http://www.bashinform.ru/news/1205291-goryachaya-liniya-dlya-obmanutykh-dolshchikov-v-bashkirii-prinyala-bolee-200-obrashcheniy/
Читайте нас: