06:05 (UTC+5), 28 Август 2018

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла

Динар Кәлимуллин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 2018 йылдың 23-26 октябрендә сит ил делегациялары ҡатнашлығында XVIII Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған.
Документ менән ойоштороу комитеты составы һәм энергетика форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланған. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев етәкләй. Комитет составында Башҡортостан Хөкүмәте ағазалары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғалимдар, ҙур энергетика компаниялары етәкселәре бар.
Энергетика форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса саралар планында сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә матбуғат конференцияһын үткәреү, «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе экспозицияһын булдырыу, форумдың һәм күргәҙмәнең матбуғат үҙәге эшен ойоштороу, форум барышында пленар ултырыш һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1202264-v-ufe-proydet-rossiyskiy-energeticheskiy-forum/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика