05:02 (UTC+5), 27 Августа 2018

Өфөлә инвалидтар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙа

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 30 августа һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килгәндәрҙе иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә эш урындары көтә.
Тәҡдим ителгән вакансиялар араһында — администратор, әйҙәүсе инженер, әйҙәүсе белгес, водитель, инженер-проектлаусы, тәрбиәсе, дизайнер, электр бәйләнеше инженеры, инженер-конструктор, программист, һатыусы-консультант, уҡытыусы, консультант, оператор, автомобилдәр ремонтлау слесары, электромонтер, йөк тейәүсе, урам һепереүсе, менеджер, техник, фармацевт, электр монтажлаусы һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәлә, ғәҙәттәгесә, мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре лә күрһәтелә. Мәҫәлән, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация алырға мөмкин.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1201297-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-dlya-invalidov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика