11:25 (UTC+5), 24 Августа 2018

«Миловка паркы»ндағы ике йорт проблемалылар иҫәбенән төшөп ҡалды — Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Миловка паркы» торлаҡ комплексында төҙөүсе Өфө районы хакимиәтенән 10/2-се һәм 10/3-сө ике күп фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алды.
«Хәҙер милекселәр асҡыс алып, көтөп алған фатирҙарына күсенә башлай, — тине Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова. — Ошо сафҡа индерелгән ике йортта бөтәһе 154 фатир иҫәпләнә. Төҙөүсе йорт яны биләмәһен төҙөкләндергән һәм ҙур балалар майҙансығын эшләп ҡуйған».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса төҙөлөш барышы һәм Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының иҫкәртмәләрен бөтөрөү «ҡул режимында» контролдә тотолдо.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы һәм Өфө районы хакимиәте менән берлектә бөтә подрядсылар ҡатнашлығында аҙна һайын кәңәшмәләр үткәрҙе. Объекттар тикшерелде һәм башҡарылған эштәрҙең торошо баһаланды.
«Йорттар төбәктең «алданған өлөшсөләр» реестрына индерелгән граждандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса план-графигына ярашлы тапшырылды. Тиҙҙән бәхетле өй туйлаусыларға асҡыстар биреү тантанаһы була», — тип билдәләне Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкиле.
http://www.bashinform.ru/news/1201277-dva-doma-v-milovskom-parke-isklyucheny-iz-chisla-problemnykh-gosstroy-bashkirii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика