04:56 (UTC+5), 24 Август 2018

Башҡортостан Хөкүмәтендә ит етештереү күләменә бәйле борсолоу белдерәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда ит етештереү тәүге ярты йыллыҡта 6%, йәки 8,6 мең тоннаға кәмегән. Быға Мәләүез районындағы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының ябылыуы сәбәпсе. Уның өлөшөнә ете меңдән ашыу тонна ит тура килә ине. Был хаҡта республика Хөкүмәте ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
«Бөгөн объект консервацияланған, арбитраж идара итеү бара. Бурыстар — 16 миллиард һум самаһы», — тине вице-премьер.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы («Индюшкин» бренды) уҙған йылға тиклем Рәсәйҙә күркә итен етештергән ҙур хужалыҡтарҙың береһе ине. Компания хужалары — эшҡыуарҙар Марсель Йосопов һәм Дамир Камилов. Мартта предприятиела һалым органдары башланғысы менән күҙәтеү процедураһы индерелгәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1200920-proizvodstvo-myasa-v-bashkirii-sokratilos-na-6-iz-za-ostanovki-meleuzovskogo-predpriyatiya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика