Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Август 2018, 15:42

Башҡортостан бюджетына һалым керемдәре 21 миллиард һумға артҡан – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан бюджетҡа һалым керемдәренең үҫеш темптары йәһәтенән илдә алдынғыларҙың береһе булды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған республика Хөкүмәте ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
– Беренсе ярты йыллыҡта бюджетҡа 114 миллиард һумдан ашыу килем ингән – уҙған йылға ҡарағанда 21 миллиард һумға күберәк, – тине төбәк етәксеһе, һәм үҫеш темптары буйынса республика бер йыл эсендә илдә 60-сы позициянан икенсе урынға күтәрелде, тип өҫтәне.
Бюджетҡа «Башнефть» компанияһынан табышҡа һалымдың инеүе һөҙөмтәһендә лә ошондай динамикаға өлгәшә алдыҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса керемдәр 1,6 миллиард һумға артҡан.
2018 йылдың мартында «Башнефть» Башҡортостан бюджетына 16,5 миллиард һум күләмендә табышҡа һалым күсерҙе. Компания акцияларының 25 проценты – республиканыҡы. Бынан алда Рөстәм Хәмитов «Башнефть» төбәккә 30 процентҡа яҡын һалым һәм һалым булмаған килем күсерә тип белдергәйне.
2017 йылдың башында Башҡортостан Республикаһы һәм «Роснефть» нефть компанияһы яҡтарҙың төбәкте комплекслы үҫтереүгә, шулай уҡ хужалыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ иткән сәнәғәт, финанс, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуына йүнәлтелгән Килешеү төҙөнө. 2018 йылдың майында Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм «Роснефть» нефть компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечин төбәкте социаль үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1200675-nalogovye-postupleniya-v-byudzhet-bashkortostana-vyrosli-na-21-mlrd-rubley-rustem-khamitov/
Читайте нас: