08:42 (UTC+5), 22 Августа 2018

Республикала 5,5 мең ғаилә балалар пособиеһының яңы төрөн юллаған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда беренсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле айлыҡ пособиены 2,9 мең ғаилә юллаған. 8892 һум күләмендәге пособие балаға йәш ярым тулғансы түләнә.
Өсөнсө йәки артабанғы бала өсөн айлыҡ пособиены республикалағы 2,6 мең ғаилә ала. Уның күләме — 8993 һум, ул өс йәшкә тиклем түләнә.
Йыл башынан ошо маҡсатҡа бөтәһе 262,4 миллион һум йүнәлтелгән (беренсе балаға — федераль ҡаҙнанан, өсөнсө һәм артабанғылары өсөн — берлектә финанслау шарттарында федераль һәм төбәк бюджетынан), тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Был — 2018 йылдың 1 ғинуарынан индерелгән балалы ғаиләләргә яңы социаль ярҙам төрҙәре. Беренсе бала өсөн пособие ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һумдан, өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн 8483 һумдан кәмерәк булған осраҡта тәғәйенләнә. Бында түләнгән түгел, ә иҫәпләп яҙылған, йәғни һалымға тотоп алып ҡалғанға тиклемге килем иҫәпкә алына.
Пособие алыу өсөн бала тыуғандан һуң алты ай эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Пособиены дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ситтән тороп юлларға мөмкин. Шулай уҡ күп функциялы үҙәккә йәки республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең яҡындағы филиалына мөрәжәғәт итергә була.
http://www.bashinform.ru/news/1200125-novye-vidy-posobiy-na-detey-v-bashkirii-oformili-5-5-tysyachi-semey/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика