Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Август 2018, 17:58

Күмертауҙа юғары технологиялы нефть промыслаһы ҡорамалын сығарырға ниәтләйҙәр

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика хөкүмәте вице-премьеры — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев «Ойлтим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башлығы Владимир Лавров менән Күмертауҙа юғары технологиялы нефть промыслаһы ҡорамалы заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу һуңында Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан ярҙам сараларын күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект 900 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 300 миллион һум тәшкил итә.
Күләмле проектты 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1200238-v-kumertau-planiruyut-vypuskat-vysokotekhnologichnoe-neftepromyslovoe-oborudovanie/
Читайте нас: