Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Август 2018, 12:03

Башҡортостанда «эш хаҡына тиклем» займдар аҙайған

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда микрозаймдың уртаса күләме икенсе кварталда 9 089 һум тәшкил иткән. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 11,2% аҙыраҡ (10 234 һум). Мәғлүмәттәрҙе Милли кредит тарихы бюроһы баҫтырып сығарған.
Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан әүәлгесә Рәсәйҙә иң күп дөйөм микрофинанслау күләме менән тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Республиканың микрозаймдар баҙары һиҙелерлек үҫеш күрһәтә — уҙған йылдың икенсе кварталы кимәленән 31% күберәк: 819,8 миллион һум. Ҙур микрофинанслау күләме менән Мәскәү (1,7 миллиард һум), Мәскәү өлкәһе (1,1 миллиард), Краснодар крайы (888 миллион) һәм Свердловск өлкәһе (826 миллион) генә айырылып тора.
Микрозаймдың уртаса күләменең кәмеүе банктарҙың әүҙемлеге артыуына бәйле, тәү сиратта кредит карталарын биреү йәһәтенән, тип иҫәпләй Милли кредит тарихы бюроһының генераль директоры Александр Викулин. Тағы ла бер сәбәп, уның фекеренсә, — микрофинанс институттары бизнесы йүнәлтелгән заемсыларҙың реаль килеме кәмеүе.
http://www.bashinform.ru/news/1200057-zaymy-do-zarplaty-v-bashkirii-umenshilis/
Читайте нас: