11:31 (UTC+5), 22 Август 2018

Башҡортостанда 299 миллион һумлыҡ «Шүлгәнташ» музей комплексы төҙөлә

shulgan-tash.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплекс төҙөргә ниәтләйҙәр. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 299 миллион һум бүленеүе мөмкин. 27 августа «РТС-тендер» электрон майҙансығында аукцион йомғаҡтары буйынса подрядсы һайлана, тиелә тендер документтарында. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы уҙғара.
Проектҡа ярашлы, музей — өс ҡатлы, дөйөм майҙаны — дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Үткәреүсәнлек һәләте — тәүлегенә 690 кеше. Музейға ингән ерҙе сәскә түтәлдәре, яҡтыртҡыслы һәм скульптура композицияһы — «Шүлгәнташ» логотибы менән яһалма һыу ятҡылығы биҙәй. Музей янында 300 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналар менән урам сәхнәһен урынлаштырыу күҙаллана. Эргә-тирәләге биләмәлә газондар, клумбалар, ял итеү өсөн эскәмйәләр була.
Төҙөлөшкә ике йылдан ашыу ваҡыт бирелә.
Музей-ҡурсаулыҡ «Шүлгәнташ» тарихи-археологик һәм ландшафт-спелеологик музей-ҡурсаулығын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Музейҙың нигеҙен биш төрлө экспозиция тәшкил итә, төп экспонат — Шүлгәнташ мәмерйәһенең кесерәйтелгән күсермәһе. Бинала археологик һәм ботаник коллекциялар һаҡлағыс һәм ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр бүлмәһе менән балалар ғилми үҙәге лә була.
Бына алда агентлыҡта комплекстың ҡасан төҙөләсәге һәм бүленгән аҡса нимәгә тотоноласағы тураһында ентекле мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны.
http://www.bashinform.ru/news/1200232-v-bashkirii-postroyat-muzeynyy-kompleks-shulgan-tash-stoimostyu-299-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика