10:02 (UTC+5), 20 Август 2018

Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклемге юлға ҡасан асфальт түшәүҙәре билдәле булды

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Башҡортостанда Шүлгәнташҡа тиклем юл һалырға тейешле компанияны һайлап алыу аукционы тамамланды. Унда «Башкиравтодор» ғына ҡатнашты. Быйыл һәм киләһе йылда ул Иҫке Собханғолдан алып мәмерйә боролошона тиклем 11 саҡрымлыҡ юлға асфальт түшәй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың Бөрйән районы башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләүенсә, эштәрҙең дөйөм хаҡы 232 миллион һум тәшкил итә, аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Быйыл ошо сумманың яҡынса 50 миллион һумын тотоноу һәм трассаның биш саҡрымына асфальт түшәү күҙаллана.
Бер йыл элек эштәрҙең хаҡы 120 миллион һумға баһаланғайны. Сифатлы юл мәмерйәгә туристар ағымын бер ярым тапҡырға арттырырға тейеш тип фаразлана. Трассанан һуң биш саҡрымлыҡ участканы ремонтлауға яңы аукцион иғлан ителә. Беҙҙең мәғлүмәткә ярашлы, серпантин булған юл участкаһында хәүефле мөйөштәр бөтөрөлә. Бынан тыш, әле ҡурсаулыҡ етәкселеге менән килешелә, сөнки юл ошо биләмәнән үтә. Был участкалағы эштәрҙең хаҡы проектлау тамамланғас билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1199373-stalo-izvestno-kogda-zaasfaltiruyut-dorogu-do-kapovoy-peshchery-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика