06:00 (UTC+5), 17 Августа 2018

Республикала йәшәүселәрҙең сит ил банктарында меңдән ашыу иҫәбе бар

photosfree.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең си ил банктарында – 1056, юридик берәмектәрҙең 65 иҫәбе бар. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр. Һалым хеҙмәте резиденттарҙың иҫәбендәге аҡсаның хәрәкәте тураһында отчеттарға идара итә һәм уларҙы күрһәтмәгән өсөн штраф һала.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге ярты йыллыҡта 67 гражданға — 63,5 мең һумлыҡ, 30 ойошмаға 128 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй граждандары сит ил иҫәбен асыу-ябыу һәм улар буйынса аҡса хәрәкәте тураһында һалым хеҙмәтенә хәбәр итергә тейеш. Рәсәйҙәр сит ил банктарында депозиттар буйынса килемдәрҙән 13% һалым түләргә бурыслы.
Дөйөм алғанда, физик берәмектәрҙең 25 проценты, юридик берәмектәрҙең яртыһы тиерлек отчет бирмәгән, тип йомғаҡ яһанылар идаралыҡта.
http://www.bashinform.ru/news/1198457-zhiteli-bashkirii-imeyut-bolee-tysyachi-schetov-v-inostrannykh-bankakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика