08:06 (UTC+5), 17 Августа 2018

Республикала өс йәшкәсә балалар өсөн баҡсалар төҙөүгә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Мәктәпкәсә белем биреү капиталь төҙөлөш объекттарын берлектә финанслауға, атап әйткәндә, өс йәшкәсә балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыуға 2018 йылда федераль бюджеттан Башҡортостан бюджетына 666,9 миллион һум һәм 2019 йылда 694,6 миллион һум күләмендә икенсе бюджет-ара трансферт йүнәлтелә. Тейешле бойороҡ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Аҡсаны файҙаланыусылар итеп Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәғәйенләнгән.
Республиканың адреслы инвестиця программаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2018-2019 йылдарҙа Башҡортостанда балалар баҡсаларында 900-гә яҡын урын булдырыла.
Бынан алда Башҡортсотан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләгәнсә, республиканың 100 йыллығына әҙерлек барышында 49 мәғариф объекты төҙөлә һәм реконструкциялана. 2018 йылда уҡ алты мәктәпте һәм ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл мәктәп һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыу — мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн — республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
http://www.bashinform.ru/news/1198509-v-bashkirii-bolee-1-3-mlrd-napravyat-na-stroitelstvo-detskikh-sadov-dlya-detey-do-trekh-let/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика