10:29 (UTC+5), 16 Август 2018

Республикала 36 миллиард һумға яңы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иғлан ителде

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ике яңы проект менән тулыланды. Ҡарар республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков рәйеслегендәге профилле комиссия ултырышында ҡабул ителде.
Республиканың Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә Greenfield стадияһынан йылына 1 миллион тонна сода етештереү ҡеүәтенә эйә заманса юғары һөҙөмтәле завод төҙөү күҙаллана. Проекттың инициаторы — «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 36 миллиард һум тәшкил итә. 700 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Проектты оҙатыуҙы «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте ғәмәлгә ашыра.
Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, өҫтөнлөклө проекттар реестрына инеү «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һалым льготаларына, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуға, шулай уҡ федераль һәм төбәк фондтарына инеү буйынса ярҙам күрһәтеүгә иҫәп тоторға мөмкинлек бирергә тейеш.
Икенсе проект тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә һөт заводын реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Ул Краснокама районында урынлашҡан. Проектты шәхси эшҡыуар Л.В.Әхмәрова тәҡдим иткән. Уны тормошҡа ашырыу барышында 110 миллион һум үҙләштереү һәм 25 эш урыны булдырыу күҙаллана. Эшҡыуар килемгә һалымға льготалар, инвестиция һалым кредитын һәм субсидиялар алырға ниәтләй.
Әле Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 203 миллиард һумдан ашыуыраҡ 63 проект бар. Улар уңышлы бойомға ашырылған осраҡта төбәктә 13,3 мең яңы эш урыны булдырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1198178-v-bashkirii-obyavleny-novye-prioritetnye-investproekty-na-36-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика