Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Август 2018, 08:26

Өфөлә бәләкәй фатирҙарҙы ҡуртымға биреү һиҙелерлек ҡиммәтләнгән

womanadvice.ru
womanadvice.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә йыл башынан майҙаны 32 квадрат метрға тиклем булған фатирҙарҙы ҡуртымға биреү 16 процентҡа артҡан. «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы мәғлүмәттәре шундай. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәлеһе — 12 мең һум. Өфө 69 ҡаланан (300 меңдән кәм булмаған кеше йәшәгән) рейтингта 12-се урынды биләй.
Тәүге бишәү иҫәбендә ғәҙәттәгесә өс баш ҡала — рәсми, мәҙәни һәм олимпия, шулай уҡ Ҡырымдың «баш ҡалалары» — Симферополь һәм Севастополь.
Мәскәүҙә бәләкәй фатирҙарҙың ҡуртым хаҡы 8,5 процентҡа арзанайған һәм 25,78 мең һум тәшкил итә, Мәскәү өлкәһендә уртаса 13 процентҡа осһоҙланған — 14,6 мең һум.
Санкт-Петербург «үҫеүен» дауам итә: +5% һәм 20,5 мең һум. Сочи 5% арзанайған — 18,5 мең һум.
Ҡырымдың ҙур ҡалалары 3% тиерлек «юғалтҡан», һәм хәҙер бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы Симферополдә — 18 мең, Севастополдә — 16 мең һум.
http://www.bashinform.ru/news/1197925-v-ufe-znachitelno-podorozhala-arenda-malenkikh-kvartir/
Читайте нас: