12:13 (UTC+5), 10 Августа 2018

Өфөлә Media Мarkt көнкүреш техникаһы магазиндары селтәре ябыла

new-retail.ru
new-retail.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина /. Media Мarkt көнкүреш техникаһы магазиндары селтәре Өфөлә һатыуҙы яба. Компанияның сайтында ябыу һәм тауарҙы бөтөрөү тураһында мәғлүмәт баҫылған да инде. Ошо ҙур сауҙа селтәренең Башҡортостандағы берҙән-бер магазинын ябыуҙың аныҡ датаһы хәбәр ителмәй.
«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән телефон аша һөйләшеүҙә Media Мarkt компанияһының төбәк вәкиле ябыу тураһында мәғлүмәтте раҫланы һәм көҙгә тиклем Өфөләге магазин ғәҙәти режимда эшләй тип өҫтәне. Уның һүҙҙәренсә, магазиндың һәм уның хеҙмәткәрҙәренең артабанғы яҙмышы сентябрҙә билдәле була.
Был ваҡытта федераль киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте «М.Видео» көнкүреш техникаһын һатыу буйынса икенсе ҙур селтәрҙең илдәге Media Markt магазиндарын һатып алыу буйынса килешеүен хуплауы тураһында мәғлүмәт баҫылды.
Атап әйткәндә, «ТАСС» мәғлүмәте буйынса, килешеүҙе япҡандан һуң «М.Видео» Рәсәйҙең 22 ҡалаһында 42 Media Markt магазинына идара итеү хоҡуғын ала. Рәсәйҙә Media Markt бренды бөтөрөлә. «М.Видео» һатып алған бизнесын 2019 йылдың аҙағына тиклем берләштерергә ниәтләй.
http://www.bashinform.ru/news/1195834-set-magazinov-bytovoy-tekhniki-media-markt-zakryvaet-prodazhi-v-ufe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика