03:29 (UTC+5), 09 Август 2018

Башҡортостан Хөкүмәте Красноярск крайындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ете миллион һум түләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо буйынса 4 августа Красноярск крайының төньяҡ-көнбайышында вертолет ҡолау арҡаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берешәр миллион һум матди ярҙам күрһәтелергә тейеш.
Авиаһәләкәт 4 августа Красноярск крайының төньяҡ-көнбайышында теркәлде. UTair авиакомпанияһының Ми-8 вертолеты Ванкор — Пурпе рейсын башҡарған. Бортта өс экипаж ағзаһы һәм 15 вахтовик булған. Уларҙың етәүһе — Башҡортостандан. Бер кем дә иҫән ҡалмаған.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә психологик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтергә ҡушҡайны.
Бынан тыш, вахтовиктарҙың туғандарына һәм яҡындарына страховкалау компанияһынан, эш биреүсенән һәм авиакомпаниянан компенсация түләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1195216-sem-millionov-rubley-vyplatit-pravitelstvo-bashkortostana-semyam-pogibshikh-v-aviakatastrofe-v-krasn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика