12:51 (UTC+5), 08 Августа 2018

Депутаттар Дәүләт Думаһына бензинға хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһындағы проект индерҙе

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. КПРФ партияһынан депутаттар Дәүләт Думаһына бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһында закон проектын индерҙе, тип хәбәр итә «РИА Новости», парламенттың түбәнге палатаһының мәғлүмәттәр базаһына һылтанма менән. Документ 2019 йылдың башынан хөкүмәттең яғыулыҡҡа сикке хаҡ билдәләй алыуын күҙ уңында тота. Билдәләнеүенсә, бындай сара ҡулланыусыларҙы хаҡтарҙың көслө тирбәлеүенән һәм бензинға сығымдарҙың ҡырҡа артыуынан яҡларға мөмкинлек бирергә тейеш.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың һәм дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрмәй. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа АИ-92 маркалы бензиндың литры уртаса 40, 59 һум; АИ-95 — 43,63 һум, АИ-98 — 47,87 һум. Дизель яғыулығының литры Өфөлә 43,85 һумға төшә. Уҙған йылдың 31 июле менән сағыштырғанда баш ҡалала дизель яғыулығы 14,6 процентҡа ҡиммәтләнде. 92-се бензин ошо ваҡыт эсендә 11,8 процентҡа, 95-се бензин 10,9 процентҡа артты. Ағымдағы йылдың майында Башҡортостанда бензиндың хаҡы алты тапҡыр күтәрелде.
http://www.bashinform.ru/news/1195047-deputaty-vnesli-v-gosdumu-proekt-o-gosregulirovanii-tsen-na-benzin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика