Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Август 2018, 17:04

Төбәктең төньяҡ-көнсығышында Баҫыу көнө үтте

сельхозпортал.рф
сельхозпортал.рф
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда һуңғы Баҫыу көнө Ҡыйғы районында уҙҙы. Шулай итеп, республиканың бөтә агроклимат зоналарында: Урал алды һәм Урал аръяғы далаһында, көньяҡ һәм төньяҡ урман-далаһында, төньяҡ-көнсығышта урып-йыйыу эштәренә арналған саралар үтте.
Республиканың төрлө мөйөштәрендә культуралар төрлө ваҡытта өлгөрә, һәр зона өсөн яраҡлы культуралар һәм сорттар кәрәк. Баҫыу көндәрендә белгестәр ошо хаҡта һөйләне. Мәҫәлән, Ҡыйғы районында ғалимдар яҙғыһын һалынған тәжрибәләр нигеҙендә төньяҡ-көнсығыш шарттарында иген һәм май культураларының йөҙҙән ашыу сортының нисек үҫеүе хаҡында һөйләне һәм күрһәтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1194613-v-bashkirii-zavershayushchiy-den-polya-proshel-na-severo-vostoke/
Читайте нас: