10:03 (UTC+5), 07 Августа 2018

Башҡортостандың Милли архивы тарихи документтарҙың күсмә күргәҙмәләрен ойоштора

Башҡортостандың Милли архивы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған шәмбелә, 4 августа, Учалы районы Туңғатар ауылы янындағы матур яланда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Барын-табындар йыйыны» уҙҙы.
Байрам барышында Башҡортостандың Милли архивы «Архив документтарында — Учалы районы тарихы» темаһына күсмә күргәҙмә ойошторҙо. Унда ревизия яҙмалары, легендар полководец Муса Мортазиндың шәхси архивынан документтар, уҙған быуаттың 30-60-сы йылдарының партия һәм комсомолдың район комитеттары материалдары күсермәләре һәм «Табын», «Беҙ — табындар» китаптары ҡуйылғайны. Республика Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов күргәҙмәләге документтар һәм китаптар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы етәкселегенә күсмә күргәҙмә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Күргәҙмәгә бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта күптәргә билдәле булмаған документтар ҡуйылған. Уларҙың һәр береһендә халҡыбыҙ тарихы сағыла. Тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын яҡшы белергә тейешбеҙ — үткәнһеҙ киләсәк булмай», — тине район башлығы.
Нияз Сәлимов Туңғатар ауылы Советы хакимиәте башлығы Альмир Рәхмәтуллинға мәктәп музейы өсөн бер нисә документтың күсермәләрен тапшырҙы. Ауыл советы башлығы урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, яҙыусылар Спартак Ильясов, Әҡлимә Сафина һәм башҡаларҙың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, Учалы районы тарихын һәм билдәле яҡташтарыбыҙ шәжәрәһен өйрәнеү эшенә индергән ҙур өлөшө хаҡында һөйләне.
1 из 3
«Тәжрибә республиканың баш ҡалаһынан ситтә ойошторған күсмә күргәҙмәләрҙең байтаҡ кешеләрҙе йәлеп итеүен күрһәтте. Быға аптырарға кәрәкмәй, сөнки Өфөләге ошондай күргәҙмәләргә күптәр бара алмай. Шуға күрә архив хеҙмәтенең был үҙенсәлекле проекты бик өмөтлө», — тине Нияз Сәлимов.
http://www.bashinform.ru/news/1194528-natsionalnyy-arkhiv-bashkirii-provodit-vyezdnye-vystavki-istoricheskikh-dokumentov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика