07:48 (UTC+5), 06 Августа 2018

Республикала юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерелгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан хөкүмәте 2018-2019 йылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерҙе. Был турала Юл хужалығы буйынса эксперт советы ултырышынан һуң билдәле булды.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар — Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Краснокама, Мәсетле, Туймазы һәм Шаран райондарында туғыҙ күпер һалыу һәм реконструкциялау.
Шулай уҡ быға 11 күпер төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын проектлау инә. Улар буйынса эште 2020 йылда башлау күҙаллана. Был ҡоролмалар Асҡын, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Күгәрсен, Мәләүез, Мишкә, Учалы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында урынлашҡан.
Шулай уҡ Октябрьскийға субсидиялар бүленә — 9-сы урамды төҙөүҙе финанслай башлауға; Өфөлә — Зинин ҡасабаһында (Киров районы) транспорт сиселешен төҙөү буйынса проект-эҙләү эштәрен үтәүгә; Әбйәлил районына 2019 йылда Яҡтыкүлгә тиклемге юлды ремонтлауҙы тамамлауға.
http://www.bashinform.ru/news/1193913-v-bashkirii-v-territorialnyy-zakaz-po-remontu-dorog-vklyucheny-dopolnitelnye-obekty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика