Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2018, 16:21

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһе ойошмаларының һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙа

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһе ойошмаларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, вакансиялар араһында — табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, ашнаҡсы, санитар, тәрбиәсе, менеджер, уҡытыусы, слесарь-сантехник, электр монтеры һәм башҡа эш урындары.
Йәрминкәлә, ғәҙәттәгесә, мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре лә күрһәтелә. Мәҫәлән, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация алырға мөмкин.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1193377-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-vakansiy-sfery-zdravookhraneniya-i-obrazovaniya-/
Читайте нас: