04:31 (UTC+5), 06 Августа 2018

Бүздәк консерва комбинатында республикала тәүге майонезды сәнәғәти эшкәртеү асылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында Бүздәк консерва комбинатында («Пищепром» акционерҙар йәмғиәте филиалы) етештереү линияларын һәм әҙер продукция келәтен ҡараны.
Бөгөн комбинат 50-гә яҡын төр: томат пастаһы, соустар, кетчуптар, джемдар, әҙер аштар, повидло һәм һуттар сығара. 2017 йылда майонезды сәнәғәти эшкәртеү асылды, предприятие етәкселеге һүҙҙәренсә, республикала тәүге.
Шулай уҡ уҙған йылда өҫтәмә юғары технологик ҡорамал, шул иҫәптән төрөү машиналары, стерилләштереү ҡулайламалары ҡуйылды, аштар линияһы реконструкцияланды.
Төбәк етәкселеге предприятие директоры Рүзил Дәүләтшин менән артабанғы инвестиция программаһын тикшерҙе. 2022 йылға тиклем инвестициялар күләме яҡынса 250 миллион һум тәшкил итә. Шуның менән бергә, директор һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта комбинат дәүләт ярҙамы программаларының береһенә лә эләкмәй.
– Былай булмаҫҡа тейеш, һеҙҙә бит һатыу рентабеллеге ныҡ юғары түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, ошондай мөмкинлекте ҡарайыҡ. Был һеҙгә киңәйергә, тиҙерәк яңырырға мөмкинлек бирер.
http://www.bashinform.ru/news/1193553-na-buzdyakskom-konservnom-kombinate-otkryto-pervoe-v-bashkirii-promyshlennoe-proizvodstvo-mayoneza/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика