06:02 (UTC+5), 06 Августа 2018

1 ғинуарҙан өҫтәмә хаҡҡа һалым 20 процентҡа тиклем арттырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин өҫтәмә хаҡҡа һалымды 18 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Унда, атап әйткәндә, төп хеҙмәттәр һәм социаль әһәмиәтле тауарҙар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым 10 процент кимәлендә ҡала тиелә. Аҙыҡ-түлек (деликатестарҙан тыш), балалар тауарҙары, дарыуҙар, медицина тауарҙары, шулай уҡ мәғариф, фән һәм мәҙәниәт менән бәйле әҙәбиәт өсөн һалымдың льготалы ставкаһы һаҡлана. Эске авиаташыуҙарға һалым һалынмай.
Өҫтәмә хаҡҡа һалымды арттырыу ҡаҙнаға 600 миллиард һум өҫтәмә аҡса килтерә.
Был аҡса Путиндың ярлылыҡты кәметеү һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу тураһындағы май указын үтәүгә йүнәлтелә. Уны башҡарыуға кәм тигәндә 8 триллион һум кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1193628-s-1-yanvarya-nds-budet-povyshen-na-20-protsentov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика