04:50 (UTC+5), 03 Август 2018

Башҡортостандың ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу – республиканың агросәнәғәт комплексы алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе. Сара «Баҫыу көнө – 2018» семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә үтте.
- Йәнә бер ҡат хәтерегеҙгә төшөрәм, донъя стандарты – ул мең гектар һөрөлгән ергә дүрт кеше. Дүрт кеше ер һөрә, сәсә, ашлама индерә, ошо культураларҙы ҡарай, йыйып ала, - тине Рөстәм Хәмитов. - Был донъя стандарты һәм уға ынтылырға кәрәк. Беҙҙең иң яҡшы алдынғы хужалыҡтар ярайһы уҡ юғары һандарға эйә – 10-15 кеше.
Башҡортостандың ауыл хужалығы техника менән тәьмин итеү, технологиялар ҡулланыу, орлоҡ материалдарын файҙаланыу буйынса донъя тәжрибәһенең иң яҡшы өлгөләренә яҡынлаша, тип айырып әйтте төбәк Башлығы.
- Тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлегендә лә шул рәүешле эшләргә тейеш, - тип билдәләне республика етәксеһе, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп. - Баҙар – иҡтисад ҡарашынан ғөмүмән икенсе хәл икәнлеген аңларға тейешһегеҙ. Был йәһәттә икенселәй эшләргә лә тейешбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1192604-proizvoditelnost-truda-v-selskom-khozyaystve-bashkortostana-sleduet-povyshat-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика