06:25 (UTC+5), 03 Августа 2018

Башҡортостанда заманса стандарттар буйынса малсылыҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республиканың Ҡалтасы һәм Борай райондарында дөйөм 5 мең баш һыйыр малы менән яңы ҙур фермалар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Яңауылда ҡаты сыр етештереү буйынса завод төҙөйҙәр. «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ошо инвестиция проекты 2021 йылғаса ғәмәлгә ашырыла. Ул предприятиела һөт етештереүҙе һәм эшкәртеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Уның дөйөм хаҡы – 2 миллиард 300 миллион һум, тип мәғлүмәт бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта малсылыҡ комплексының беренсе сираттағы төҙөлөшө тормошҡа ашырыласаҡ майҙансыҡҡа төҙөүсе ингән: техника килтерелгән, электр тапшырыу линияһы һуҙылған, эшселәр өсөн вагонсыҡтар ҡуйылған.
«Оҙаҡламай был урында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы малсылыҡ комплексы эшләй башлай, - тип билдәләне республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Проектты тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы логистика менән һәйбәт ер участкаһы һайланған, дәүләт экспертизаһы һығымталары, төҙөү эштәренә рөхсәт алынған, планлаштырыу буйынса эштәр башҡарылған, төҙөлөш һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса килешеүҙәр төҙөлгән».
http://www.bashinform.ru/news/1193014-v-bashkirii-poyavitsya-zhivotnovodcheskiy-kompleks-po-samym-sovremennym-standartam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика