05:00 (UTC+5), 02 Августа 2018

Төбәктә кооперативтарға ярҙамға 300 миллион һумдан ашыу йүнәлтәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала агросәнәғәт комплексында кооперативтарға һәм башҡа кесе хужалыҡ формаларына булышлыҡ итеү дауам итә. Уларҙың үҫешенә дәүләт ярҙамы бөгөнгө көнгә 700 миллион һумдан артып киткән. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе. Сара «Баҫыу көнө – 2018» семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә үтте.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы ике йылда республикала кооперативтар һаны өс тапҡыр артҡан. 2018 йылда республика ҡаҙнаһынан граждандарҙың кооперативтар булдырыу буйынса табыш килтереү проекттарын ғәмәлгә ашырыуға 300 миллион һумдан ашыу бүленә.
- Беҙгә халыҡты иҡтисади эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк. Унһыҙ алға китә алмайбыҙ. Кооперативтар ҙа төрлө була ала: үҫемлекселек, һатыу, финанс-кредит буйынса, мәғлүмәти һәм башҡа. Иң мөһиме, халыҡ өсөшәр-унышар-иллешәр кешеләп берләшһен һәм берләштерелгән эште башҡарһын, үҙҙәренә аҡса эшләһен, - тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1192229-v-bashkortostane-na-podderzhku-kooperativov-napravyat-bolee-300-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика