03:40 (UTC+5), 01 Августа 2018

Августан Башҡортостандағы эшләүсе пенсионерҙар пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2 августан 2017 йылда эшләгән Башҡортостан пенсионерҙары пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай.
Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, эшләүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмдәрен йыл һайын августа ҡайтанан иҫәпләү буйынса бөтә эштәр ваҡытында башҡарылған.
Пенсиялар ғаризаһыҙ, автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә. Августағы өҫтәмә аҡса күләме һәр кемдең айырым. Ул эш осоронан һәм эш биреүсенең Пенсия фондына күсергән страховка иғәнәләре суммаһынан тора.
Яңы пенсия күләмен республикалағы 243 мең пенсионер аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Раҫланған графикка ярашлы, пенсияларҙы почта элемтәһе бүлексәләре 2-24 августа тарата. Кредит ойошмаларына аҡса килешеү менән билдәләнгән ваҡытта күсереләсәк, тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
http://www.bashinform.ru/news/1191662-s-avgusta-rabotayushchie-pensionery-bashkirii-nachnut-poluchat-pensii-v-povyshennom-razmere-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика