12:10 (UTC+5), 31 Июля 2018

Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө-2018» семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.31 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Ҡырмыҫҡалы районында булды. Төбәк етәксеһе көньяҡ урман-дала зонаһы буйынса «Баҫыу көнө-2018» ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороуға арналған зональ семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.
– Ауыл хужалығы өсөн иң ҡыҙыу мәл – урып-йыйыу эштәре ваҡыты етте. Бөгөн беҙ «Баҫыу көнөн» яңы форматта уҙғарабыҙ. Әгәр элек тотош республиканы йыйһаҡ, хәҙер зональ эш алып барабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Яҙҙың һалҡын килеүе арҡаһында сәсеү кампанияһы ауыр булды, әммә был уңышҡа тәьҫир итмәне, тип иҫкә төшөрҙө төбәк башлығы.
– Баҫыуҙарҙа уңыштың яҡшы булыуын күрәбеҙ. Уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Сара барышында Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе, шулай уҡ үҙебеҙҙә һәм сит илдә сығарылған ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. «Ростсельмаш» компаниялар төркөмө вәкилдәре төбәк етәксеһенә Башҡортостанда ла файҙаланылған иген йыйыу комбайндары, тракторҙар һәм башҡа техника өлгөләрен күрһәтте. Экспозицияға республикала билдәле һәм популяр булған, шулай уҡ яңы моделдәр – мәҫәлән, Канадала, хәҙер иһә тулыһынса Рәсәйҙә йыйылған трактор ҡуйылған.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшендә ҡулланылған техниканы ҡараны. Тоҡомсолоҡ хужалығының етештереү буйынса директоры Евгений Пожидаев билдәләүенсә, барлыҡ техника Рәсәйҙә сығарыла, уның төп айырмаһы - «интеллигентлы игенселек», ул аныҡлыҡты һәм яңы технологияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Рөстәм Хәмитов тоҡомсолоҡ хужалығы етәкселеге менән предприятиеның иҡтисади күрһәткестәрен, шулай уҡ етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләләрен һәм ауыл хужалығы производствоһына заманса һанлы технологиялар индереү кәрәклеген тикшерҙе. Һуңғылары булмаһа, Башҡортостандың донъя йүнәлештәренән артта ҡалыуы мөмкин, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1191743-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-seminare-soveshchanii-den-polya-2018/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика