05:30 (UTC+5), 31 Июля 2018

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 3,5 меңдән ашыуы балалар пособиеһының яңы төрөн ала

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 3500-ҙән ашыуы балалар пособиеһының яңы төрөн ала, тип хәбәр иттеләр 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡтар буйынса Хеҙмәт министрлығы коллегияһы ултырышында.
Атап әйткәндә, беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыу) менән бәйле айлыҡ түләүҙе ошо осор эсендә республикалағы 2 мең самаһы ғаилә юллаған. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 63 миллион һум тәшкил иткән.
Бындай айлыҡ түләүҙең күләме 8892 һум тәшкил итә. Башҡортостанда 1,6 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған баланың өс йәшенә тиклем айлыҡ аҡсалата түләү ала. Уларҙың һәр ҡайһыһына айына 8 993-шәр һум ҡаралған.
Ошо яңы пособие төрө буйынса дөйөм түләүҙәр күләме республикала тәүге ярты йылда 68 миллион һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1191442-bolee-3-5-tysyachi-zhiteley-bashkirii-poluchayut-novye-vidy-detskikh-posobiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика