Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2018, 10:00

Ипотека буйынса бурыслыларҙы үтәлеш йыйымынан бушатыуҙары ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ипотека буйынса бурыслыларҙы, әгәр эш суд приставтарына тиклем етһә, йыйылған үтәлеш йыйылмаһынан бушатыуҙары ихтимал. Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары сығыш яһаны, тип хәбәр итә «Известия».
Бындай сара ауыр тормош хәлендә ҡалған дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыусы заем алған кешеләргә таралырға тейеш, тип күҙаллана.
Бөгөнгә үтәлеш йыйымы бурыстың 7 проценты тәшкил итә һәм ҡайһы саҡта был сумма бер нисә миллион һумға барып етә. Бурыслы бирәсәге өсөн банкка фатирын һатып, унан да һәм бөтә бурыстарын түләүҙән һуң уға ҡалырға тейеш аҡсаның бер өлөшөнән дә мәхрүм ҡала.
http://www.bashinform.ru/news/1190739-dolzhnikov-po-ipoteke-mogut-osvobodit-ot-ispolnitelskogo-sbora/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: