16:06 (UTC+5), 30 Июль 2018

Башҡортостанда 800 самаһы ғаилә «Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы» программаһы ярҙамында үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.Башҡортостанда 800-гә яҡын ғаилә «Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы» программаһы ярҙамында үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов инвестиция банк продукттары буйынса Рәсәй банктары ассоциацияһы комитеты ултырышында ошо хаҡта һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, төбәктә программа 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. «Әлеге ваҡытта 800-гә яҡын ғаилә үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан да инде, банктар аҡса йыйыуҙы тамамлаған тағы 300 самаһы гражданға йылына 7% менән ипотека кредитын алыуға ризалыҡ биргән», — тип билдәләне республика вәкиле.
Торлаҡ-төҙөлөш һаҡламы системаһы сағыштырмаса ҡиммәт булмаған ресурстар йәлеп итеү һәм клиент өсөн конкуренция күҙлегенән банктар өсөн бик ҡулай. Программа махсус шарттар тәҡдим итергә әҙер төҙөүселәрҙе йәлеп итә, сөнки түләргә һәләтле клиенттар пулына иҫәп тота ала.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, Рәсәй банктары ассоциацияһы вәкилдәре билдәләүенсә, Башҡортостан тәжрибәһе бюджет өсөн аҙыраҡ сығымлы граждандарға дәүләт ярҙамы механизмын күрһәтә, һәм уны башҡа төбәктәрҙә туплау-торлаҡ финанслау программаһын башлау механизмын стандартлаштырғанда файҙаланырға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1190957-v-bashkirii-okolo-800-semey-uluchshili-svoi-zhilishchnye-usloviya-blagodarya-programme-zhilstroysber/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика