Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2018, 10:25

ОСАГО тарифтарының күтәрелеүен көҙгә күсерҙеләр

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Үҙәк банкының ОСАГО-ла тариф коридорын киңәйтеү буйынса күрһәтмәләре үҙ көсөнә инеү ваҡыты көҙ башына күсерелеүе ихтимал, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы Үҙәк банкының страховкалау баҙары департаменты башлығы Филипп Габунияға һылтанып.
Үҙәк банкы майҙа ОСАГО-ла тарифтарҙы үҙгәртеү реформаһы тураһында хәбәр иткәйне. Төп тариф коридорының 20 процентҡа өҫкә һәм аҫҡа киңәйтелеүе: хәҙерге 3432-4118 һум урынына 2746-4942 һумға үҙгәреүе беренсе этап булырға тейеш. Бынан тыш, водителдәрҙе стаж һәм йәш буйынса классификациялауҙы асыҡлау күҙаллана.
«Беҙ коридорҙы киңәйтеү буйынса норматив акт ваҡытын күсерәбеҙ. Уны йәйгеһен теркәргә теләгәйнек, әммә быны техник йәһәттән эшләп өлгөрмәйеҙ. Көҙ башына ниәтләйбеҙ. Был нәҡ техник күсереү», — тине Габуния.
Тарифтарҙың үҙгәреше буйынса күрһәтмә проекты 14 июндә баҫылып сыҡты, унда күрһәтелгән коридор үҙгәрешһеҙ ҡала, тип өҫтәне Габуния.
Реформаның ҡануни үҙгәрештәр талап иткән икенсе этабы 2019 йылдың йәйенә күҙаллана. Был үҙгәрештәр ОСАГО тарифын шәхсиләштереүҙе күҙ уңында тота. 20 июлдә Финанс министрлығы страховка суммаһын (мөлкәткә зыян өсөн 500 мең һум, 1 миллион һум һәм 2 миллион һум, хәҙер 400 мең һум, ғүмергә һәм һаулыҡҡа зыян өсөн 500 мең һум) һәм страховкалау ваҡытын (3 йылға тиклем, әле иң күбе 1 йыл) һайлауҙы күҙалланған закон проектын тейешле ведомстволарға яраштырыуға ебәргән.
Үҙәк банкы киләсәктә ОСАГО тарифында транспорт йәше, моделе, экологик характеристикалары кеүек өҫтәмә факторҙарҙы иҫәпкә алырға тәҡдим итә.
Финанс министрлығында белдереүҙәренсә, һәр водитель өсөн ОСАГО-ның индивидуаль хаҡын иҫәпләү реформаның маҡсаты булырға тейеш. 2023-2025 йылдарҙа ОСАГО тарифтарының бөтөнләй дәүләт көйләүенән бушатылыуы мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1190358-povyshenie-tarifov-osago-perenesli-na-osen/
Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: