11:10 (UTC+5), 27 Июля 2018

Мәсетле районында яңы кирбес заводы асылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Мәсетле районында яңыртыу эштәренән һуң Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводы асылды.
Заводты яңыртыу эштәре республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса программа сиктәрендә уҙғарылды. Уның кураторы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводын тергеҙеү һәм киңәйтеү буйынса инвестиция проектын «УралСтройКерамика» предприятиеһы ғәмәлгә ашырҙы. Дөйөм инвестициялар күләме 18 миллион һумдан ашып китә.
Завод тулы ҡеүәткә сыҡҡандан һуң Мәсетле районы биләмәһендә төп кирбес етештереү урынында ғына 120 яңы эш урыны буласаҡ.
Иң ҙур етештереү ҡеүәте – йылына 10 миллион тонна кирбес.
«Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттар яңы эш урындары, инвесторҙарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләргә тейеш тип күп тапҡыр һөйләне. Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводы реконструкцияһы республика етәкселеге иғтибары аҫтында эшләнде тип әйтергә була. Бөгөнгә тиклем Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бер кирбес заводы ла юҡ ине. Төҙөлөштә, хатта мейес һалғанда ла кешеләр килтерелгән кирбес менән файҙаланырға мәжбүр булды. Артырып түләп, Свердловск өлкәһенән, илдең башҡа төбәктәренән килтерергә тура килде. Кесе Ыҡтамаҡ заводы урындағы халыҡтың кирбестә ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерер тип ышанабыҙ. Унан бигерәк, ул бөтә талаптарға яуап бирә. Шуны ла оноторға ярамай, яңы производство – ул өҫтәмә эш урындары тигәнде аңлата, ул да бик мөһим», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм тормош тәьминәте мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов.
Уның һүҙҙәренсә, Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводы 2005 йылдан эшләмәгән, ләкин инвестор - «УралСтройКерамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килеп, «уны асыу өсөн барыһын да маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эшләгән».
«Инвестор ҡорамалдарҙы замансаға ғына алмаштырманы, ә сығара торған урынды лә тәртипкә килтерҙе, газ үткәрҙе – бер һүҙ менән әйткәндә, бик ҙур эш башҡарылды», — тип өҫтәне Азамат Ҡәләмов.
http://www.bashinform.ru/news/1190656-v-mechetlinskom-rayone-bashkirii-otkrylsya-novyy-kirpichnyy-zavod/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика