11:55 (UTC+5), 26 Июля 2018

Төбәктә урындағы етештереүселәргә булышлыҡ итеү маҡсатында акциялар уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан муниципалитеттары урындағы етештереүселәргә булышлыҡ итеү маҡсатында саралар ойоштора. «Үҙеңдекен һайла — Туймазыныҡын һатып ал!» девизы аҫтында оҡшаш ҙур акция ошо ял көндәрендә Туймазыла үтә.
Һатыу йәрминкәһендә урындағы сауҙа ойошмалары, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Акцияла барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала.
Икмәк, кондитер изделиеларын һәм башҡа аҙыҡ-түлекте иң тәүҙә тәмләп, һуңынан оҡшағанын һатып алырға мөмкин. Яңы өҙөп алынған, экологик яҡтан таҙа йәшелсә һәм емеш-еләк тәҡдим ителә. Шулай уҡ мәктәп формаһы, тегеү әйберҙәре, мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға була.
Сауҙа рәттәре араһында үҙенсәлекле декоратив-ҡулланма эштәре менән оҫталар ҡаласағы ла урын аласаҡ. Иң кесе ҡунаҡтар өсөн асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы уҙа.
Акцияны халыҡты урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарына ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү һәм туймазыларҙы тәмле һәм сифатлы аҙыҡ-түлек, шулай уҡ бик яҡшы сифатлы киң ҡулланыштағы тауарҙар менән тәьмин итеү өсөн Эшҡыуарҙар союзы ойоштора, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1190231-v-bashkirii-provodyat-aktsii-v-podderzhku-mestnykh-proizvoditeley-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика