14:25 (UTC+5), 26 Июль 2018

Республикала биш тоннанан ашыу сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлек һатыуҙан алынған

Галина Бахшиева
Галина Бахшиева
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 2018 йылдың беренсе кварталында һатыуҙан 5240 килограмм ауырлыҡта 755 сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлек партияһы алынған. Ул күбеһенсә емеш-еләк – 1153 килограмм, ит һәм ит ризыҡтары – 797 килограмм, ҡош ите, йомортҡа һәм уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлек – 786 килограмм, алкоголле эсемлектәр (һыра) – 617 килограмм, һөт һәм һөт ризыҡтары – 798 килограмм, икмәк-ҡалас изделиелары – 251 килограмм, кондитер изделиелары – 181 килограмм.
Был мәғлүмәтте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов ведомство коллегияһында белдерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡулланыу ваҡыты үтеү, һаҡлау шарттарын боҙоу, марка ярлыҡтары, оҙатыу документтары булмау сәбәпле 61,7 декалитр күләмдә 125 партия алкоголь продукцияһын һатыу тыйылған. Алкоголь продукцияһын һатҡанда ҡануниәтте боҙоу өсөн 1 951 500 һумға 199 административ штраф һалынған.
http://www.bashinform.ru/news/1190110-v-bashkirii-izyato-bolee-pyati-tonn-nekachestvennykh-i-opasnykh-pishchevykh-produktov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика