10:40 (UTC+5), 26 Июля 2018

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙенең иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәренең икенсе көнөндә, 26 июлдә, Цзянси провинцияһының Наньчан ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Цзянси провинцияһы Хөкүмәтенең сауҙа департаменты вәкилдәре һәм Ҡытай эшҡыуарҙары менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу үткәрелде. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков республика биләмәһендә сит ил капиталы ҡатнашлығында ғәмәлгә ашырылған ҙур инвестиция проекттарын атаны, Ҡытай менән инвестиция эшмәкәрлегенә айырым иғтибар биреп. Әлеге ваҡытта республикала Ҡытай Халыҡ Республикаһы инвестицияһы ҡатнашлығында өс өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар буйынса дөйөм капитал һалыу 19 миллиард һумдан артып китә. Ул – Сибайҙа цемент етештереү буйынса завод төҙөү, Благовещен ҡалаһы биләмәһендә нефть-газ ҡорамалдары етештереү, трактор заводы төҙөү буйынса предприятиелар булдырыу.
Таныштырған саҡта республика Хөкүмәте тарафынан инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы саралары билдәләнде. Атап әйткәндә, һүҙ һалым ташламалары, кредиттар буйынса сығымдарҙы һәм процент ставкалары субсидиялау, ер участкаларын һатыуҙар уҙғармай ҡуртымға биреү, залог сифатында дәүләт мөлкәте менән файҙаланыу. «Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Сәнәғәтен үҫтереү фонды, Төбәк фонды, Төбәк лизинг компанияһы, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды кеүек төбәк үҫеш институттарының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелде.
Башҡортостан өсөн Урал аръяғы биләмәһендә ағас эшкәртеү өлкәһендә Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркы ойоштороу, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса проекттар ҡыҙыҡ булыуы билдәләнде. Шулай уҡ туризмды, төбәктә логистика үҙәген үҫтереү һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында транспорт, именлек системаһы өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән үҙ-ара эшмәкәрлек перспективалы булып күренә.
Сәфәрҙең эшлекле программаһы Цзянлин автомобиль заводына барыу менән дауам итте. Завод JMC, Ford, Landwind маркалы автомобилдәр сығара. Компания еңел йөк машиналары, пикап, коммерция йөк автомобилдәре, шулай уҡ деталдәр, узелдар һәм башҡа автомобиль компоненттары етештереүҙә махсуслашҡан.
Артабан Цзянсиҙағы «Чжифан» һанлы көс энергияһы компанияһы идараһы рәйесе, Башҡортостандағы «Чжифан» халыҡ-ара компанияһы рәйесе Ван Лунь менән трактор заводы майҙансығында осрашыу үтте. Яҡтар Благовещен биләмәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проектының ғәмәлгә ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Республикаһы тарафынан компанияға ер участкаһы бирелгән. Ҡул ҡуйылған инвестиция килешеүенә ярашлы, предприятиеға килемгә һәм мөлкәткә һалым буйынса ташламалар формаһында дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү буйынса мәсьәлә тикшерелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1190169-bashkiriya-prezentovala-v-kitae-svoy-ekonomicheskiy-potentsial/
1 из 7
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика