11:35 (UTC+5), 25 Июля 2018

Республикала капиталь ремонттан һуң йорттарҙы тикшерәләр

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты капиталь ремонттан һуң күп фатирлы йорттарҙы тикшерә.
«Хәҙер дөйөм йорт мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса эштәр тамамланған йорттарҙы планға ярашлы тикшереү уҙғарыла. Төбәк операторы биргән мәғлүмәттәр буйынса, июль башына республикала 121 йортта эштәр тулыһынса тамамланған, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Олеся Титух. — Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһы буйынса быйыл эштәр 321 йортта башҡарылырға тейеш, уларҙың 209-ы – башҡарыу документын әҙерләүҙе тамамлау һәм идара итеүсе ойошмаларға тапшырыуға әҙерләү стадияһында. 566 йортта эштәр дауам итә әле. Дәүләт комитеты Төбәк операторының эшен контролдә тотоуҙы дауам итәсәк».
Алдан асыҡланған ғәҙәти боҙоуҙар араһында – эштәрҙе башҡарыу технологияһын үтәмәү, башҡарылған эштәрҙең проекттан ситләшеүе, бинаның тышҡы яғын буяуҙа боҙоуҙар, шулай уҡ капиталь ремонттан һуң төҙөлөш сүп-сары ҡалыу.
http://www.bashinform.ru/news/1189623-v-bashkirii-idet-proverka-domov-posle-kapremonta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика