Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль 2018, 17:25

Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында үҙ эшен башланы

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында.
Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар, индустриаль парктар менән системалы эш ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү.
Цзянси провинцияһы губернаторы Лю Ци әфәнде менән осрашыуҙа Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, Башҡортостанды Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Цзянси провинцияһы менән күптәнге дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй. 20-гә яҡын килешеү һәм меморандум, шул иҫәптән Цзянси провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында дүрт хөкүмәт-ара документ төҙөлгән.
«Беҙҙә һеҙҙең менән эшләү өсөн бик күп перспективалы йүнәлештәр бар. «Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек әүҙем үҫешә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә «Чжифан» компанияһының трактор заводын төҙөү буйынса проект тормошҡа ашырыла. Өфөлә һәм Наньчанда йәш инвесторҙарға йүнәлтелгән бизнес-инкубаторҙар булдырыу мөмкинлеге өйрәнелә», — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.
Осрашыу барышында яҡтар инвестиция үҫеше һәм берләштерелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, Башҡортостан биләмәһендә уртаҡ предприятиелар булдырыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек өсөн йүнәлештәрҙе киңәйтеү буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков төбәктең төрлө иҡтисад тармаҡтарындағы мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Бынан тыш, ул Башҡортостандағы инвесторҙарға дәүләт ярҙамы сараларын атап үтте һәм Цзянси провинцияһы менән ағымдағы хеҙмәттәшлек киңлеген билдәләне.
Үҙ сиратында, Ҡытай яғы Рәсәй Федерацияһы субъекттарына инвестициялау тураһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы предприятиелары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың шарттары, шулай уҡ Ҡытай предприятиелары өсөн инвестициялау өсөн ҡыҙыҡлы иҡтисади йүнәлештәр менән таныштырҙы.
Осрашыу аҙағында Рөстәм Мәрҙәнов Цзянси провинцияһы губернаторын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең IV Кесе эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Ул 18-19 октябрҙә Өфөлә үтә.
Белешмә. 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса Ҡытай Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 13,4 процент өлөш менән икенсе урынды биләй.
Былтыр Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 674,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән, ул 2016 йылға ҡарағанда 69,9 процентҡа күберәк.
Быйыл ғинуар-майҙа уртаҡ тауар әйленеше 164,3 миллион АҠШ доллары кимәлендә туҡтаған. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме – 108,6 миллион доллар, импорт күләме 55,7 миллион доллар тәшкил иткән. Ул 2017 йылдың ғинуар-майына ҡарағанда 25,5 процентҡа күберәк.
2018 йылдың башына Башҡортостан биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында 22 предприятие теркәлгән. Улар үҙ эшмәкәрлеген һаулыҡ һаҡлау, машиналар һәм ҡорамалдар, металл булмаған минераль продукттар һәм металлургия етештереү, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, урман ҡырҡыу, күсемһеҙ милек менән операциялар, төҙөлөш һәм архитектура, ғилми тикшеренеүҙәр, финанс хеҙмәттәр һәм сауҙа өлкәләрендә алып бара.
http://www.bashinform.ru/news/1189753-delegatsiya-bashkirii-nachala-svoyu-rabotu-v-kitayskoy-provintsii-tszyansi-/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: