09:40 (UTC+5), 25 Июль 2018

Авиабилеттарҙың күпмегә ҡиммәтләнеүе билдәле булды

автор
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе менән бәйле «Аэрофлот» төркөмө авиакомпаниялары үҙ рейстарына билетҡа хаҡтарҙың артыуы тураһында иҫкәртте. Был турала «Коммерсантъ» гәзите хәбәр итә. 26 июлдән ташыусы төркөмдөң бөтә авиакомпанияларының эске рейстарына билет өсөн яғыулыҡ иғәнәһен арттыра (ташыусының коммерция идаралығында булмаған «Еңеү»ҙән тыш), тиелгән баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттә. Билетҡа хаҡтар эконом-класс һәм «комфорт» өсөн осош сегментына 200 һумға һәм бизнес-класс өсөн 400 һумға арта. Үҫештең 26 июлдән түләнгән бөтә бронләүҙәргә лә ҡағылыуы ихтимал. «Аэрофлот»та баҫмаға аңлатма биреүҙән баш тартҡандар.
Бынан тыш, ҡайһы бер сит ил авиакомпаниялары халыҡ-ара рейстарға 20-40 евроға яғыулыҡ иғәнәләре үҫеше тураһында иҫкәрткән. Шул уҡ ваҡытта Qatar Airways авиакомпанияһы үҙ клиенттарына тарифтарҙы 28 июндән аҡрынлап арттырыу хаҡында иҫкәрткән.
Thomson Reuters Kortes аналитика агентлығының 20 июлгә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй аэропорттарында авиация кәрәсине йыл башынан 7,8 процентҡа ҡыйбатланған, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1189614-stalo-izvestno-na-skolko-podorozhayut-aviabilety-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика