07:00 (UTC+5), 25 Июля 2018

26 июлдә Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе үтә

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 26 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында транспорт һәм элемтә өлкәһендәге предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе үтә.
Тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында – водитель, кондуктор, автомобилде ремонтлау буйынса слесарь, механик, тейәгес водителе, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинисы, шулай уҡ механик, тракторсы, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электр монтеры, тәгәрмәс алмаштырыусы һәм башҡа эш урындары. Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай, тип айырып әйттеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1189566-26-iyulya-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-predpriyatiy-transporta-i-svyazi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика