12:10 (UTC+5), 24 Июля 2018

Башҡортостан – һыйыр ите, һөт һәм бал етештереү буйынса алдынғыларҙа

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан Республикаһы эре мөгөҙлө мал башы һәм һыйыр ите етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урынды биләй. Республиканың ауыл хужалығы уңыштарын, төбәккә хәл итергә кәрәк бурыстарҙы, шулай уҡ агросәнәғәт өлкәһендәге үҫеш перспективаларын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев эшлекле осрашыу барышында тикшерҙе.
Йылҡы башы буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора. Республика шулай уҡ тауар балы һәм ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урынды биләй.
«Дмитрий Николаевич Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы етештереүендә төп төбәктәрҙең береһе булыуын раҫланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан аграрийҙары һәйбәт эшләй һәм бөгөнгө көнгә республика биләмәһендә барыһы ла уңышлы бара тип билдәләнде».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 170 миллиард һумдан ашып киткән. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 2,8 процентҡа артҡан (илдә уртаса – 2,4 процентҡа).
http://www.bashinform.ru/news/1189198-bashkortostan-v-liderakh-po-proizvodstvu-govyadiny-moloka-i-myeda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика