15:35 (UTC+5), 24 Июля 2018

Бөрйән районының ете ауылына газ үткәрәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Бөрйән районының ете тораҡ пункты өсөн газ үткәргесен инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса «Газпром»дың берҙәм заказсыһы – «Газпром инвестгазификация» компанияһы төҙөргә күҙаллай, тип хәбәр итә «Интерфакс».
Төҙөлөш шул иҫәптән «Башҡортостан» милли паркы һәм «Алтын Солоҡ» ҡурсаулығы биләмәләре буйлап үтә. Тирә-яҡ мөхиткә төҙөлөш тәьҫире мәсьәләләрен тыңлауҙар 24 августа Иҫке Собханғол ауылы хакимиәтендә үтә.
Газ үткәргесе район үҙәген Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәбделгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары менән тоташтырырға тейеш.
«Башҡортостан» милли паркы федераль дәүләт тәбиғәтте һаҡлау, экология-аң-белем таратыу һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһы булып тора. Парк биләмәһенә тәбиғәт комплекстары һәм Көньяҡ Урал тау урмандары объекттары инә.
«Алтын Солоҡ» - Бөрйән районында 91 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан дәүләт ҡурсаулығы. Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлауға булышлыҡ итә.
http://www.bashinform.ru/news/1189108-v-sem-dereven-burzyanskogo-rayona-bashkirii-provedut-gaz/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика