11:20 (UTC+5), 20 Июля 2018

Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөргә күҙаллайҙар

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын – муниципаль-ара тәғәйенләнештәге автомобиль юлын төҙөү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт буйынса дәүләт идаралығында. Юл район үҙәге урамдарын бушатыу өсөн кәрәк. Төҙөлөш 5,6-шәр һәм 3,9-шар саҡрым ике этапҡа бүленгән. Проектты «Уралдортранс» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләгән, дәүләт экспертизаһы ыңғай һығымта биргән. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 341 миллион һум тәшкил итә. Был проект федераль бюджеттан аҡса алып булған осраҡта тормошҡа ашырыласаҡ: тейешле ғариза Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән, тип аңлаттылар Дәүләт транспорт комитетында.
Шулай уҡ Талбазы өсөн мөһим мәсьәлә булып кирбес заводтары тирәһендә Ырымбур трассаһына сығыу менән сиселеш төҙөү һәм Төньяҡ биҫтәһенең урам-юл селтәрен үҫтереү тора, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1188133-v-bashkirii-planiruyut-stroit-zapadnyy-obkhod-raytsentra-tolbazy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика